Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
20 Август 2020, 13:18

Баклажандан икра

1-шәр кг баклажанды шаҡмаҡлап, болғар боросон туҡмас кеүек киҫеп, һуғанды ярым балдаҡтай, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәреп, көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ.

1-шәр кг баклажанды шаҡмаҡлап, болғар боросон туҡмас кеүек киҫеп, һуғанды ярым балдаҡтай, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәреп, көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ.
Быларҙың барыһын да ҡаҙанға йәки ҙур кәстрүлгә һалып, болғатып, уға 1 кг теленгән помидор, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы уксус, 5 төш һарымһаҡ өҫтәп, 1,5 сәғәт талғын утта быҡтырабыҙ. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып ябып ҡуябыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: