Был рецепт өсөн 400 гр ташҡабаҡ, 100 гр сыр, 2 йомортҡа, 100 гр ҡаймаҡ, 0,5 сәй ҡалағы соданы уксуста һүндерергә, 150 гр он, укроп, петрушка, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ һәм борос кәрәк була.
Ташҡабаҡты ҡырғыстан үткәреп, һыуынан һығып алабыҙ. Сырҙы ваҡ итеп киҫәбеҙ йәки ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һүндерелгән соданы ҡаймаҡ менән бутап, 5 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Артабан уға йомортҡа ҡушып болғатабыҙ. Сыр, ташҡабаҡ, укроп, петрушка ҡушып туғыйбыҙ ҙа майланған формаға ағыҙабыҙ. Духовкала 180 градуста 40-50 минутта бешеп тә сыға.