Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Август 2020, 15:04

Болғар боросон маринадлайбыҙ

Кәрәк: 2 кг болғар боросо, 1,5 стакан шәкәр, 1,5 ст 9 процентлы уксус, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 ст көнбағыш майы, эре ҡара борос тәменсә.

Кәрәк: 2 кг болғар боросо, 1,5 стакан шәкәр, 1,5 ст 9 процентлы уксус, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 ст көнбағыш майы, эре ҡара борос тәменсә.
Болғар боросон йыуып, эсен таҙартып, 4 өлөшкә теләбеҙ. Ҡайнар маринад өҙерләйбеҙ, уға болғар боросон һалып ҡайнап сыҡҡандан һуң, 5 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Боросто стерилләнгән банкаларға һалырға. Маринадты кире ҡайнатып алғандан һуң, банкаларға борос өҫтөнә ҡойорға.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: