Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
18 Август 2020, 12:57

Кетчуп

Әле помидорҙың күпләп бешкән ваҡыты. Форсаттан файҙаланып, бик тәмле рецепт тәҡдим итәбеҙ. Күптәрегеҙ кетчуп ҡулланырға яраталыр.

Әле помидорҙың күпләп бешкән ваҡыты. Форсаттан файҙаланып, бик тәмле рецепт тәҡдим итәбеҙ. Күптәрегеҙ кетчуп ҡулланырға яраталыр.
Бына шул соусты ҡышҡа үҙебеҙ яһап ҡуяйыҡ әле. Бик тәмле килеп сыға. Ә иң мөһиме: бер ниндәй химияһыҙ табиғи продукт.
Бының өсөн 5 кг өлгөргән ҡыҙыл помидор, 0,5 кг ҡыҙыл болғар боросо, 0,5 кг башлы һуған кәрәк.
Болғар боросон ит үткәргестән үткәрәбеҙ һәм тәрән табаҡҡа һалып, 2 сәғәт бешерәбеҙ. Төбөнә ултырмаһын өсөн әленән әле болғатҡылап торабыҙ. Бешкән массаны иләк аша үткәрәбеҙ – помидорҙың орлоҡтары һыярлыҡ булмаһын, ваҡ иләк кәрәк.
Иләктән үткәргән массаға 0,5 аш ҡалағы ҡоро горчица порошогы, 0,5 сәй ҡалағы төйөлгән ҡара борос, сәй ҡалағы корица һалып, тағын 2 сәғәт бешерәбеҙ.
Ярты сәғәт ҡала 200 г шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 200 г 9 процентлы аш һеркәһе һалабыҙ. Кетчупты уттан алып, ҡайнар килеш банкаларға тултырабыҙ. Ҡуйы, бик тә хуш еҫле, матур төҫтәге кетчуп була.
Читайте нас: