Кәрәк буласаҡ: 1 кг кәбеҫтә, 1 кг һуған, 0.5 ст манный, 0.5 ст он, 2 теш һарымһаҡ, укроп, көнбағыш майы, онталған сохари, самалап тоҙ һәм башҡа аш тәмләткестәр.
Кәбеҫтәне 4 өлөшкә бүлеп, төҙлө һыуҙа 8-10 минут бешереп алығыҙ. Һөҙгөстә һыуынан һарҡытҡас, ит үткәргестән үткәреп, һыуын һығыҙыҙ. Ваҡ ҡырғыстан һуғанды һәм һарымһаҡты үткәрегеҙ. Укропты ваҡ итеп турағыҙ. Кәбеҫтәгә һуған, һарымһаҡ, укроп, тоҙ,он, манный һәм аш тәмләткестәрҙе һалып ныҡ ҡына бутағыҙ. Был массанан кәтлиттәр әҙерләгеҙ һәм сохари онтағына әүмәләп көнбағыш майында табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алығыҙ.