Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Август 2020, 00:23

Ҡыяр менән томаттан салат

Төркөмдәштәр өсөн телде йоторлоҡ ҡышҡылыҡҡа салат тәҡдим итәбеҙ.

Төркөмдәштәр өсөн телде йоторлоҡ ҡышҡылыҡҡа салат тәҡдим итәбеҙ.
Әҙерләүе лә еңел генә. Салат өсөн эре ҡыярҙар ҙа ярай.
Әйҙәгеҙ башлайыҡ...
3-4 кг ҡыярҙы телемләп турайбыҙ, шуға 500 гр томат пастаһы,1 стакан шәкәр,1 стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 баш һарымһаҡты ваҡ итеп турарға. Ҡырғыстан үткәрһәгеҙ ҙә була.1 сәй ҡалағы төйөлгән ҡара борос өҫтәгеҙ. Быларҙы бергә һалып болғатҡас 3 сәғәткә ҡуйып торорға.
Аҙаҡ 15 минут ҡайнатаһың,180 мл уксус һалаһың һәм болғатып стерилләнгән банкаларға тултыраһың.
Әҙерләп ҡарағыҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ))
Читайте нас: