Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
11 Август 2020, 23:46

Эремсектән тәмлекәс

Әҙерләү өсөн 500 грамм эремсек, ике йомортҡа, ике ҡалаҡ шәкәр, көнбағыш майы, алты ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.

Әҙерләү өсөн 500 грамм эремсек, ике йомортҡа, ике ҡалаҡ шәкәр, көнбағыш майы, алты ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.

Башта эремсекте һауытҡа һалабыҙ ҙа эре төйөндәр ҡалмаһын өсөн ваҡлайбыҙ йәки ваҡ иләк аша үткәрәбеҙ. Һыулы ла, ныҡ ҡоро ла булырға тейеш түгел, юғиһә бешергәндә ярыла. Унда йомортҡа менән шәкәрҙе бергә ҡушып бутайбыҙ. Биш ҡалаҡ өйөп он һалабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамырҙан эремсектәр эшләйбеҙ.

Шунан табаны утҡа ҡуйып, көнбағыш майы һалабыҙ ҙа өҫтәре ҡыҙарғансыике яҡлап бер-ике минут тирәһе бешерәбеҙ. Духовкала ла, парҙа ла бешерергә мөмкин. Эсенә емеш-еләк, сәтләүек һалып ебәрергә була. Өҫтөнә ҡаймаҡ һалып ашаһаң тағы ла тәмле килеп сыға.
Фото: интернет
Читайте нас: