Йомшаҡ ҡына пирог өсөн 2 йомортҡа, 250 гр шәкәр, 1 сәй ҡалағы сода, 0,5 ст он, 1 ст һөт, ванилин, алма кәрәк була.
Ондо сода менән бутайбыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туғығас, һөт, май, ванилин һәм ондо ҡушабыҙ. Бутҡа кеүек ҡамыр килеп сыға. Майлы табаға ҡамырҙы ағыҙабыҙ, өҫтөнә таҙартып теленгән алмаларҙы һалабыҙ. Шарлотка 180 градуста 30 минут тирәһе бешә. Алма урынына туңдырылған башҡа емештәр һалһағыҙ ҙа була.