Кәрәк буласаҡ: 1 ҡыяр, 1 кишер, 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 аш ҡалағы соя соусы, 1 сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы алма уксусы, ¼ сәй ҡалағы ҡыҙыл борос, ¼ сәй ҡалағы ҡара борос.
Йәшелсәләрҙе йыуып, таҙартабыҙ. Ҡыяр менә кишерҙе туҡмаҫ киҫкән кеүек киҫәбеҙ. Һарымһаҡты ваҡ ҡына турайбыҙ. Үрҙә яҙылған ҡатнашмаларҙы ҡушып бутайбыҙ ҙа, 30 минутҡа һалҡын урынға ҡуябыҙ. Бик тәмле килеп сыға