Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
3 Август 2020, 12:08

Манныйҙан ҡоймаҡ

Он бөтөнләй кәрәкмәй. Бындай ҡоймаҡҡа 1 ст манный, ике йомортҡа, ярты сәй ҡалағы сода, 1,5 ст һөт һәм 2 аш ҡалағы көнбағыш майы кәрәк.

Он бөтөнләй кәрәкмәй. Бындай ҡоймаҡҡа 1 ст манный, ике йомортҡа, ярты сәй ҡалағы сода, 1,5 ст һөт һәм 2 аш ҡалағы көнбағыш майы кәрәк.
Быларҙың барыһын да ныҡ ҡына итеп бутағас, 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр ҡуйыраҡ булһа, тағы ла һөт өҫтәгеҙ. Аҙаҡ аҙ ғына майланған табала бешереп алабыҙ. Табынға ҡаймаҡ, йәки ҡайнатма менән ултыртһаң, бигерәк тә тәмле килеп сыға.
Фото: автор
Читайте нас: