Ҡабаҡтың эсен алып, аҡ май һөртәбеҙ (эске яғына). Һуғанды, кишерҙе һәм итте айырым-айырым ҡыҙҙырып, яртылаш бешкән дөгө менән ҡушабыҙ. Тәменсә тоҙ, борос, тәмләткестәр һалып болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан эслекте, ҡабаҡ эсенә тултырып, “ҡапҡас”ын ябып, 200 градусҡа тиклем йылытылған духовкаға 1 сәғәт ярымға оҙатабыҙ.