Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
1 Август 2020, 17:35

ТАШҠАБАҠТАР ӘСЕ СОУСТА

Ташҡабаҡтарҙы йыуырға һәм ярым түңәрәк йәки оҙонса итеп ҡырҡырға. Һарымһаҡ менән кишерҙе ит турағыс аша үткәрергә. Маринад өсөн табаҡҡа май, уксус, шәкәр менән тоҙ һалып, ҡайнатырға ҡуйырға.

Ташҡабаҡ (кабачки) – 3 кг,
әсе борос – 1,2 шт,
кишер – 0,5 кг,
һарымһаҡ – 100 г,
уксус – 1 стакан,
көнбағыш майы – 1 стакан,
шәкәр – 0,5 стакан,
тоҙ – 2 аш ҡалағы.
Ташҡабаҡтарҙы йыуырға һәм ярым түңәрәк йәки оҙонса итеп ҡырҡырға. Һарымһаҡ менән кишерҙе ит турағыс аша үткәрергә. Маринад өсөн табаҡҡа май, уксус, шәкәр менән тоҙ һалып, ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас та кишер менән һарымһаҡты өҫтәргә һәм 5 минут бешерергә. Унан һуң ташҡабаҡтарҙы һалып яй ғына утта 15-20 минут тирәһе бешерергә. Стерилләнгән банкаларға һалып, йылыға ҡуйырға.
Розалия Исҡужина
Фото: интернет
Читайте нас: