Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
31 Июль 2020, 11:55

Болғар боросонан салат

Кәрәк:6 кг помидор,12 дана болғар боросо,6 баш һуған,2 баш һарымһаҡ (тырнаҡ түгел),3 аш ҡалағы тоҙ,1 стакан шәкәр,3 аш ҡалағы аш һеркәһе (9%).

Кәрәк:
6 кг помидор,
12 дана болғар боросо,
6 баш һуған,
2 баш һарымһаҡ (тырнаҡ түгел),
3 аш ҡалағы тоҙ,
1 стакан шәкәр,
3 аш ҡалағы аш һеркәһе (9%).
Эш тәртибе:
3 кг помидорҙы ит үткәргестән (йә иһә блендер аша) үткәрергә. Был шыйыҡ массаға 3 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан шәкәр, 3 аш ҡалағы аш һеркәһе ҡушырға. Утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут ҡайнатырға. Аҙаҡ ошо ҡайнап торған массаға турап һалған помидорҙы, боросто, һуғанды һалырға. 20 минут ҡайнатырға. Һарымһаҡты ошо масса 10-15 минут ҡайнағандан һуң һалырға.
Уны стерилләнгән банкаларҙа ҡышҡылыҡҡа тимер ҡапкастар менән ябып ҡуйырға. Бынан яҡынса 700 граммлы 10 банка салат килеп сыға.
Фото: интернет
Читайте нас: