Бының өсөн 1 һауыт консерваланған балыҡ, 2 ҡыяр, 3 йомортҡа, 1 теш һарымһаҡ, йәшел һуған, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, самалап борос, тоҙ, аш тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Ҡыярҙы, һуғанды, йомортҡаны турайбыҙ. Балыҡтың һыуын түгәбеҙ, уны тәрилкәгә һалабыҙ. Һарымһаҡты иҙеп әҙер массаға ҡушып болғатабыҙ. Ҡаймаҡ, тоҙ, борос һалырға онотмайбыҙ.