Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
30 Июль 2020, 14:30

Ҡыяр менән помидорҙан салат

Салат өсөн: 3 кг ҡыяр, 2 кг помидор, 5-6 болғар боросо, 1-2 әсе борос, 200 гр. һарымһаҡ, 250 гр. көнбағыш майы, 0.5 стакан 9% аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр алына.

Салат өсөн: 3 кг ҡыяр, 2 кг помидор, 5-6 болғар боросо, 1-2 әсе борос, 200 гр. һарымһаҡ, 250 гр. көнбағыш майы, 0.5 стакан 9% аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр алына.

Әҙерләү тәртибе: Барыһын йыуып, помидорҙы, болғар боросон, әсе боросто, һарымһаҡты ит үткәргестән үткәрергә, утҡа ҡуярға. Тәмләткестәрҙе, көнбағыш майын һалырға, 15- 20 минут ҡайнағандан һуң, 3 кг туралған ҡыярҙы һалып, 3-4 минут ҡына ҡайнатырға. (Ҡыяр йомшармаһын өсөн, артығын ҡайнатыу кәңәш ителмәй). Аш һеркәһе өҫтәргә, стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапкастар менән ҡаплап, банкаларҙы әйләндереп, йылы итеп ҡаплап, 12 сәғәт тоторға. Салат әҙер.

Ҡыяр урынына ташҡабаҡ та һалырға мөмкин.
Фото: интернет
Читайте нас: