Бының өсөн 1 ҡап ҡабартҡыс (разрыхлитель), 1 ҡап ванилин, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 1 аш ҡалағы крахмал, 1 стакан маный, 1 ст шәкәр, 1 ст ҡара ҡарағат, 150 гр аҡ май кәрәк буласаҡ.
Был пирогка бөтөнләй он ҡушылмай. Маныйға кефир һалып бутап, 30-40 минутҡа ҡабартырға ҡуябыҙ. Айырым һауытта йомшарған аҡ майға шәкәр, 1 йомортҡа һалып туғыйбыҙ. Артабан тағы ла бер йомортҡа ҡушып бутайбыҙ. Бынан һуң был массаға ҡабартҡыс, ванилин өҫтәп туғырға. Ҡамырҙы кеферлы массаға ағыҙып болғатырға.
Айырым һауытта йыуып таҙартылған ҡарағатҡа крахмал өҫтәп бутайбыҙ. Уны ҡамырға өҫтәйбеҙ. Был массаны майланған табаға ағыҙып 180 градуста 20-30 минут бешерәбеҙ. Әҙер булғас, пирогтың икенсе яғын әйләндереп, өҫтәл табынына ултыртабыҙ.