Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Июль 2020, 12:32

Беҙҙеңсә тоҙлап ҡарағыҙ

Ямғырҙарҙан һуң бәшмәк осоро етә. Бөгөн һеҙгә консерваланған бәшмәк рецебын тәҡдим итмәксебеҙ.

Ямғырҙарҙан һуң бәшмәк осоро етә. Бөгөн һеҙгә консерваланған бәшмәк рецебын тәҡдим итмәксебеҙ.
Уның өсөн бер килограмм йәш бәшмәк, ике аш ҡалағы тоҙ, бер лавр япрағы, өс ҡара бөртөклө борос, өс ҡәнәфер, бер әнис үләне, ике ҡарағат япрағы, бер сәй ҡалағы һеркә, һыу кәрәк.
Тәүҙә кәстрүлгә һыу, тоҙ һалып ҡайнатабыҙ. Шунан бәшмәкте ҡушабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас өҫтөн алабыҙ. Тәмләткестәр ҡушып 20-25 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Әгәрҙә бәшмәктәр төбөнә ултырып тоҙлама үтә күренмәле булһа, бәшмәктәр әҙер тип әйтһәк тә була.
Артабан әҙер бәшмәктәрҙе стерлләнгән банкаларға һалабыҙ. Һәр бер банкаға бер сәй ҡалағы 80% һеркә, өҫтөнә тоҙлоҡ өҫтәп банкаларҙы ябабыҙ.
Бәшмәктәр 40-50 көндән әҙер була.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Rus.delfi.ee
Рисаля Юмагулова
Читайте нас: