Тәрилкәгә тамыҙып һыуытып ҡарағыҙ. Әҙер желе ҡуйылығында булырға тейеш. Ут өҫтөнән алыр алдынан, әҙ генә лимон кислотаһы ҡушып ебәрегеҙ. Йылы ҡаҡты тығыҙ туҡыма өҫтөнә һалып, өҫтөн пергамент ҡағыҙ менән ҡаплағыҙ. Һыуынған ҡаҡты киҫәктәргә бүлеп, шәкәр ҡомо һибегеҙ. Ике ҡатлап төрөп ҡуйғас, шул шәкәрҙе үҙенә һеңдерә һәм тәмлерәк тә була. Ҡаҡты төрлө формала киҫергә мөмкин: түңәрәк һымаҡ, ромбиклап, япраҡ кеүек һ.б.