Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
16 Июль 2020, 14:43

Слива ҡан әйләнешен көйләй

Ҡан тамырҙарында тромб булмаһын тиһәгеҙ, слива ашағыҙ. Был емеш ашҡаҙан эшмәкәрлеген дә яҡшырта.

Ҡан тамырҙарында тромб булмаһын тиһәгеҙ, слива ашағыҙ. Был емеш ашҡаҙан эшмәкәрлеген дә яҡшырта.
Ғалимдар тромбтар барлыҡҡа килеүгә ҡаршы тороусы арзан һәм киң таралған емеште асыҡлаған. Сливала бик күп төрлө минералдар бар: баҡыр, тимер, калий, магний, кальций, фосфор, йод һәм цинк. Белгестәр шулай уҡ уларҙа клетчатка, антиоксидант һәм витаминдарҙың А, В, С, Е һәм К төркөмдәре булыуын әйтә.
Ғалимдар гипертониянан, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан, анемиянан, ҡан әйләнеше боҙолоуҙан һәм атеросклероздан слива ашарға көңәш итә.
Көнөнә 3-4 слива ашау ашҡаҙан эшмәкәрлеген дә көйләй икән.
Фото: интернет
Читайте нас: