Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
13 Июль 2020, 16:27

Крыжовник менән ҡурай еләгенән джем

1 литр ҡайнатма өсөн 500 г крыжовник, 500 г ҡурай еләге, 600 г шәкәр кәрәк.

1 литр ҡайнатма өсөн 500 г крыжовник, 500 г ҡурай еләге, 600 г шәкәр кәрәк.
Крыжовникты йыуып, «ҡойроҡтарын» киҫегеҙ һәм эмаль кәстрүлгә һалып, өҫтөн ҡаплап, һүрән генә утта емештәр йомшарып, һыуы сыҡҡансы бешерегеҙ. Унан ҡапҡасын асып, әҙерәк ҡуйырғансы бешереп алырға кәрәк. Ҡайнатма ҡуйыра башлағас, ҡурай еләген, шәкәр һалып, ҡайнатып сығарығыҙ ҙа, утты ҡыҫып, 5 минут бешерегеҙ. Джемды ҡайнар килеш парланған банкаларға тултырып, ҡалай ҡапҡас менән ябығыҙ.
Иренмәгеҙ, былай эшләһәгеҙ – ҡышын үкенмәҫһегеҙ!
Фото: интернет
Читайте нас: