Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Июль 2020, 13:31

Кәбеҫтә салаты

Ингредиенттар: 100 г кәбеҫтә, 15 г шәкәр, 30 г кишер, 40 г алма, 30 г йөҙөм, 20-25 г көнбағыш майы, тоҙ, лимон кислотаһы.

Ингредиенттар: 100 г кәбеҫтә, 15 г шәкәр, 30 г кишер, 40 г алма, 30 г йөҙөм, 20-25 г көнбағыш майы, тоҙ, лимон кислотаһы.

Эш барышы: кәбеҫтәне таҙартып һалҡын һыуҙа йыуғас, дүрткә бүләләр ҙә күсәрен алалар һәм ваҡ ҡына итеп туҡмас киҫкәндәй турайҙар. Аҙаҡ һауытҡа һалып, өҫтөнә тоҙ һибәләр, лимон кислотаһы өҫтәйҙәр һәм һыуын күп сығармаҫлыҡ итеп, аҙыраҡ ыуғылайҙар. Шәкәр менән көнбағыш майы һалып болғатҡас, 10-15 минут һалҡында тоталар. Салатҡа туҡмаслап туралған кишер, алма йә иһә ҡайнар һыуҙа йыуылған йөҙөм ҡушырға мөмкин. Барыһын да яҡшылап болғатҡас, салатты тәрилкәгә өйөп һалалар ҙа табынға сығаралар
Фото: интернет
Читайте нас: