Кәрәк буласаҡ: 0,5 литр төшһәҙ ҡайнатма, 2 сәй ҡалағы сода, 2 йомортҡа, 6 аш ҡалағы он.
Ҙур ғына мискәгә ҡайнатма менән соданы һалып бутайбыҙ. 10 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Күпереге ҡалҡып сығасаҡ. Йомортҡаны айырым һауытта миксер менән туғыйбыҙ. Он өҫтәп тағы ла бутайбыҙ. Массаны майланған формаға ағыҙабыҙ. Духовкаға 180 градусҡа ҡуябыҙ. Шырпы бөртөгө менән бешкәнлеген тикшереп ҡарағыҙ. Өҫтөнә аҙ ғына ҡуйыртылған һөт һылап, иҙелгән сәтләүек һипһәгеҙ ҙә була. Әгәр ҙә ҡайнатмағыҙ бик шәкәрле булһа, бисквит та татлы буласаҡ.