Кәрәк буласаҡ: 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан ҡаймаҡ, 1 стакан он, 1 сәй ҡалағы сода, уксус, 3 алма, бер ус туңған ҡыҙыл ҡарағат, бер ус туңған ҡара ҡарағат.
Йомортҡа менән шәкәрҙе туғырға. Был массаға ҡаймаҡ, уксуста һүндерелгән соданы өҫтәйбеҙ. Әҙер ҡамырҙың яртыһын майланған табаға ағыҙабыҙ. Уға туралған алманы һәм туңған ҡарағатты һалабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ. Духовкала 180 градуста 30-40 минут бешерәбеҙ. “Шарлотка”ны биҙәмәһегеҙ ҙә бик тә тәмле килеп сығасаҡ.