Ярты литр йылы һөткә, ярты сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы сөпрә, он һалып ҡуйы ҡамыр әҙерләйбеҙ ҙә 3 сәғәткә йылы урынға ҡуябыҙ.
Ҡамыр ҡабарып сыҡҡас, уға 150 мл ҡайнар һыу, ярты сәй ҡалағы сәй содаһы һалып тиҙ генә болғатабыҙ. 15 минут ял иттерәбеҙ һәм табала бешерәбеҙ.