400 грамм тауыҡ бауыры, 200 грамм тауыҡ ите, 100 грамм аҡ май, бер кишер, бер баш һуған, бер тырнаҡ һарымһаҡ, бер лавр япрағы, 50 миллилитр һөт, тоҙ, борос алабыҙ.
Тәүҙә тоҙло һыуҙа тауыҡ итен бешерәбеҙ. Шунан табала һарымһаҡ менән бауырҙы бешерәбеҙ. Әҙер булғас, бауырҙы, бешеп ваҡланған итте ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Ҡырылған кишер, ваҡланған һуған ҡушып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Паштет ныҡ ҡуйы булып килеп сыҡмаһын өсөн, һөт ҡушып ебәрергә мөмкин.