Борщ өсөн: 3 кг помидор, 2 кг ҡыҙыл сөгөлдөр, 2 кг кишер, 1,5 кг ҡыяр 1,5 кг һуған, 1-2 кг кәбеҫтә алына.
Барыһын да йыуып, турап, 10 литрлы ҡаҙанға һалырға һәм 0,5 литр көнбағыш майы, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1-2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, бер аҙ борос һалып, болғата-болғата 2 сәғәт ҡайнатырға. Дәфнә (лавр) япрағын 20 минут ҡалғас ҡына өҫтәргә.
Әҙер массаны 700 граммлы стериль банкаларға һалып, 1 аш ҡалағы аш һеркәһе (уксус) өҫтәп, тимер (ҡалай) ҡапкастар менән ябырға.
Шулай әҙерләнгән борщ өй шарттарында боҙолмайса һаҡлана.
Солянка ла шулай уҡ әҙерләнә, тик уға ҡыҙыл сөгөлдөр һалынмай.