Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
26 Июнь 2020, 12:50

Ҡабаҡтан тәмлекәс

Быны әҙерләү өсөн 2 ҡабак (кабачок), 2-3 дана помидор, 150 гр сыр, укроп, петрушка, 4-5 теш һарымһаҡ, 70 гр майонез кәрәк буласаҡ.

Быны әҙерләү өсөн 2 ҡабак (кабачок), 2-3 дана помидор, 150 гр сыр, укроп, петрушка, 4-5 теш һарымһаҡ, 70 гр майонез кәрәк буласаҡ.
Ҡабаҡты һәм помидорҙы түңәрәкләп киҫегеҙ. Укроп, петрушканы турайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Сырҙы эре ҡырҡыстан үткәрәбеҙ. Тоҙлап, борослап бутайбыҙ. Ҡабаҡты табаға теҙеп һалабыҙ. Өҫтөнә помидор йәйелә. Иң өҫкө ҡатламға укроп, петрушка һәм сыр һалына.
Духовканы 200 градусҡа тиклем йылытҡандан һуң, табаны ултыртабыҙ. Телде йоторлоҡ ҡабымлыҡ килеп сыға.
Фото инстаграмдан алынды
Читайте нас: