Ингредиеттар:
Эремсек(Творог)— 200 г
Алма— 2 ҙур
Йомортҡа— 2 шт
Он — 50 гр
Шәкәр — 50 гр
Ҡабартҡыс — 1 балғалаҡ
Әҙерләү:
Йомортҡа менән шәкәрҙе ҡабарғансы туҡырға. Был массаға он һәм ҡабартҡысты ҡушып тағы оҙаҡ ҡына болғатырға. Хәҙер эремсек өҫтәйбеҙ һәм төйөрҙәре бөткәнсегә тиклем туғыйбыҙ. Шунан алмаларҙы шаҡмаҡлап турап өҫтәп ебәрәбеҙ. Булды! Формаға ҡойоп, мейескә оҙатабыҙ ҙа, сәй ҡуябыҙ. 190° 30-40 минут тирәһе бешә был тәмлекәс.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!