Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
15 Июнь 2020, 13:43

Алма бәлеше

Ҡамыр әҙерләү өсөн 12 аш ҡалағы кефир, 12 аш ҡалағы шыйыҡ май, 1-2 йомортҡа, услап шәкәр ҡомо, сама менән тоҙ, 1 сәй ҡалағы сода, аш һеркәһендә эретелә.

Ҡамыр әҙерләү өсөн 12 аш ҡалағы кефир, 12 аш ҡалағы шыйыҡ май, 1-2 йомортҡа, услап шәкәр ҡомо, сама менән тоҙ, 1 сәй ҡалағы сода, аш һеркәһендә эретелә.
Разрыхлитель" һалһағыҙ ҙа була. Эслек өсөн самалап алма кәрәк буласаҡ. Ҡамырҙы ғәҙәттәгесә баҫабыҙ. Был аҙыҡ-түлектән ике таба бәлеш сыға. Таба артыҡ ҙур түгел, уртаса.
Алманы йыуып, үҙегеҙ теләгәнсә турағыҙ. Турап бөтөргәс, ҡамырҙы ике киҫәккә бүлеп, уҡлау менән йәйегеҙ. Ул ҡалын булмай. Үҙегеҙ самалап табаға йәйгәс, бер ус тирәһе манный ярмаһы һибеп ҡалдырабыҙ. Алма һалғас, өҫтөнә услап шәкәр ҡомо һибәбеҙ. Шәкәр өҫтөнә ҡалаҡлап май һалабыҙ. Ике табаға ла бәлеште әҙерләп бөткәс, өҫтөнә аҙыраҡ шәкәр ҡомо, он, бер нисә тамсы шыйыҡ май һалабыҙ. Духовкала бешерәһегеҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: