Әгәр ҙә бауырығыҙ үҙен һиҙҙертеп алһа, тиҙ арала ярты стакан йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа бер аҙ тотоп алығыҙ. Өҫтөнө 400 миллилитр ҡайнатылған һыу ҡойоп, бер тәүлеккә төнәтергә ултыртығыҙ. Иртәгәһенә төнәтмәне эсергә, йөҙөмөн ашап, ике сәғәт ятып торорға кәрәк. Аҙнаға бер мәртәбә шулай эшләргә мөмкин. Дауаланыу ваҡыты - бер ай.