Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
11 Июнь 2020, 01:58

Бал һайлағанда нисек алданмаҫҡа?

Тиҙҙән һатыуға хуш еҫле башҡорт балы сыға башлаясаҡ. Тик, үкенескә ҡаршы, күп кенә сауҙагәрҙәр еңел табыш алыу юлын уйлап, һәр төрлө хәйләгә бара. Балсылар араһында ла ундайҙар юҡ түгел.

Тиҙҙән һатыуға хуш еҫле башҡорт балы сыға башлаясаҡ. Тик, үкенескә ҡаршы, күп кенә сауҙагәрҙәр еңел табыш алыу юлын уйлап, һәр төрлө хәйләгә бара. Балсылар араһында ла ундайҙар юҡ түгел.
Һуңғы йылдарҙа умарталар янына әҙер шәкәр ҡуйып, бал алыусылар күбәйҙе. Шулай уҡ татлы ризыҡтың составына башҡа төрлө өҫтәмәләр ҡушырға ла аптырамайҙар. Ысын балды ялғанынан нисек айырырға? Бының өсөн халыҡ араһында киң таралған бер нисә алымды белеп ҡуйыу зыян итмәҫ.
Ҡулығыҙҙың һыртына бер тамсы бал тамыҙып, яҡшы итеп ыуығыҙ, таҙа бал крем кеүек һымаҡ һеңә, ә шәкәр ҡушылған булһа, ялтырап һеңмәй.
Балды бәләкәй генә һауытҡа һалып, ҙур булмаған икмәк киҫәге төшөрөгөҙ. Ысын балдың эсендә икмәк формаһын юғалтмай, ә яһалма продуктта ул епшей.
Йылытҡан мәлдә яһалма бал күперә, ҡыуыҡлана, ә тәбиғиһе карамель кеүек йомшара, әммә күперекләнмәй.
Аҡ ҡағыҙ киҫәгенә бер-ике тамсы бал төшөрөгөҙ. Ҡағыҙҙың арт яғы еүешләнһә – балдың сифаты хаҡында уйланырға урын бар.
Тәбиғи балдың еҫе була. Унан сәскә ҡатыш хуш еҫ аңҡый.
Фото: vsi-zdorovi.com.ua
Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: