Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
8 Июнь 2020, 14:11

Туңдырылған ҡарағаттан ләүеш

200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫҡылап йәйәбеҙ.

200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫҡылап йәйәбеҙ.
Туңдырылған ҡарағатты ҡамыр өҫтөнә йәйеп һалырға. Ҡала ҡаймағына (200гр) шәкәр (50-70гр), манный ярмаһы (2 аш ҡалағы) һалып ныҡ итеп туғырға. Ошо массаны ҡарағат өҫтөнә ҡойорға ла табаны 40 минут ҡыҙыу мейестә бешергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: