Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
1 Июнь 2020, 16:34

Ҡыяр менән помидорҙы бергә ашама

Диетологтар фекеренсә, был ике йәшелсә лә организмға ике төрлө йоғонто яһай. Уларҙы бергә ҡушыу организмда тоҙҙар бүленеүгә килтерә икән. Был эске органдарға насар йоғонто яһай.

Диетологтар фекеренсә, был ике йәшелсә лә организмға ике төрлө йоғонто яһай. Уларҙы бергә ҡушыу организмда тоҙҙар бүленеүгә килтерә икән. Был эске органдарға насар йоғонто яһай.
Ҡыяр менән помидорҙағы витаминдар ҙа бер-береһе менән “дуҫ түгел”. Бергә ҡушҡан осраҡта, икеһенең дә витаминдары үҙләштерелмәҫкә мөмкин. Шуға уларҙы айырым ашау хәйерле.
Ҡыяр менән помидор ҡушылған салат бик популяр. Шулай ҙа сәләмәтлек хаҡында ҡайғыртыусылар был салаттан баш тартһын. Ике файҙалы йәшелсәне лә айырым ҡулланырға мөмкин. Помидор янына, мәҫәлән, баклажан, ҡабак, татлы борос, ҡаймаҡ, эремсек, сыр килешә.
Фото: интернет
Читайте нас: