Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
21 Май 2020, 16:34

Сөгөлдөрҙән тефтели

Әйҙәгеҙ, бергәләп сөгөлдөр менән тефтели әҙерләйек! Тәмле лә, туҡлыҡлы ла килеп сыға.

Әйҙәгеҙ, бергәләп сөгөлдөр менән тефтели әҙерләйек! Тәмле лә, туҡлыҡлы ла килеп сыға.
Дүрт порция өсөн беҙгә: һыйыр ите – 400 грамм, сөгөлдөр – 300 грамм, көнбағыш майы – 4 аш ҡалағы, башлы һуған – бер дана, кишер – бер дана, томат пастаһы – бер аш ҡалағы, һыу – 300 миллилитр, тоҙ, борос кәрәгенсә.
Тәүҙә был аҙыҡты әҙерләү өсөн кәрәкле ингредиенттарҙы әҙерләйбеҙ. Һыйыр итен ваҡлап турайбыҙ йә фарш алабыҙ. Сөгөлдөрҙө таҙартып киҫәбеҙ, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Тоҙ менән борос ҡушып баҫабыҙ. Бәләкәс итеп тефтели эшләйбеҙ.
Артабан табаға көнбағыш майы һалып, көслө утта ныҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Әҙер тефтелиҙы тәрилкәгә һалып ҡуябыҙ ҙа.
Артабан соус өсөн кишерҙе, ҡалған сөгөлдөрҙө, һуғанды таҙартабыҙ. Һалам формаһында ҡырҡабыҙ. Көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Томат пастаһы ҡушып ебәрәбеҙ.
Ҡайнаған һыу ҡушабыҙ ҙа соусты ҡайнатабыҙ. Әҙер булған тефтелиҙы шунда ҡушып ебәрәбеҙ. Ҡапҡасын ябып 25-30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: