Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
19 Май 2020, 14:29

Рассольниктың бер төрө

Рассольникты төрлөсә әҙерләп була, кемгә нисек оҡшай...

Рассольникты төрлөсә әҙерләп була, кемгә нисек оҡшай...
Уның өсөн бер килограмм һөйәкле һыйыр ите, өс картуф, бер стакан арпа ярмаһы, дүрт тоҙло ҡыяр, бер һуған, бер помидор, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике лавр япрағы, 200 грамм ҡыярҙың тоҙло һыуы, ҡара борос кәрәк.
Тәүҙә һөйәкле һыйыр итен бешерәбеҙ. Ә арпа ярмаһын һыуҙа айырым әҙерләп, һурпаға һалабыҙ, картуф өҫтәйбеҙ. Артабан талғын ғына утта табала көнбағыш майында һуғанды, кишерҙе, помидорҙы ҡыҙҙырабыҙ. Туралған тоҙло ҡыярҙы ҡушып ебәрәбеҙ ҙә, тағы ике минут тирәһе быҡтырабыҙ. Әҙер ҡатнашманы ашҡа һалабыҙ, итте ваҡ итеп турап, тоҙлоҡто, лавр япрағын, ҡара боросто өҫтәп, һәйбәтләп болғайбыҙ.
Ашты өҫтәлгә ваҡлап туралған петрушка, укроп, ҡаймаҡ менән бирәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: