Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
15 Май 2020, 18:33

Эремсекле пончиктар

Бының өсөн 500 гр эремсек, 1,5 ст шәкәр, 3 йомортҡа, 1 ҡап ваниль шәкәре, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.

Бының өсөн 500 гр эремсек, 1,5 ст шәкәр, 3 йомортҡа, 1 ҡап ваниль шәкәре, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс, көнбағыш майы кәрәк буласаҡ.
Эремсекте шәкәр менән бутап йомортҡа өҫтәйбеҙ. Артабан он, ванилин ҡамыр ҡабартҡыс ҡушабыҙ.Ҡаҙанға көнбағыш майын һалып яҡшы ғына итеп ҡыҙҙырабыҙ. Һыулы ҡул менән аҙ ғына ҡамыр алып 3-4 см диаметрҙа йомоңроҡайҙар әҙерләйбеҙ. Уларҙы ҡайнаған майға һалабыҙ. Ҡыҙғылт-көрән төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ. Уны һөҙгөс менән алабыҙ. Беренсе порциянан һуң ҡалғандарын талғын утта бешерәбеҙ. Әҙер пончиктарҙы пергамент ҡығыҙға һалһаң, артыҡ майҙы кәметерә ярҙам итәсәк.
Фото: интернет
Читайте нас: