Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Май 2020, 14:34

Сәтләүектең ниндәйен һайларға?

Сәтләүектең айырым төрҙәре ҡайһы бер ауырыуҙарҙан ярҙам итә. Уның организмға файҙалы икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ.

Сәтләүектең айырым төрҙәре ҡайһы бер ауырыуҙарҙан ярҙам итә. Уның организмға файҙалы икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Сәтләүектәр, көнбағыш ашайһы килеү теләген баҫа, сәләмәтлекте нығыта, нервыларҙы тынысландыра һәм ябығырға булышлыҡ итә. Көс һәм энергия алыу өсөн ярҙам итә. Әммә уларҙың да һәр ҡайһыһының үҙ "бурысы" бар икән. Кешью тиҙ үҙләштерелә торған углеводларға, протеиндарға һәм магнийға бай. Был элементтар кешенең сыҙамлығын арттыра. Мәкте спорт мелән шөғөлләнеп, тиҙ арала ябығырға теләгән кешеләргә ашау файҙалы. Унда мускулдарҙағы ауыртыуҙы баҫа торған матдә бар. Аш ҡайнатыу процессын яҡшыртырға теләгәндә етен орлоғо ашағыҙ. Ул матдәләргә бай һәм улар оҙаҡ ваҡыт асыҡтырмай. Әммә уны ҡулланғандан һуң күп итеп һыу эсергә кәрәк. Миндальда аҡһым күп. Ул матдәләр алмашыуын яҡшырта, ябығырға ярҙам итә. Нервыларҙы нығытыу өсөн урман сәтләүеген (фундук) ҡулланығыҙ. Унда етәрлек миҡдарҙа лецитин тигән матдә бар. Ул нервыларҙы нығыта. Арахистағы триптофан аминокислотаһы бәхет гормоны бүленеп сығыуҙы арттыра. Был кешегә тыныс тормоштан ҡәнәғәт булыу өсөн кәрәк. Ләкин иғтибарлы булығыҙ: арахис аллергия килтереп сығарырға һәләтле. Иҫкәртеү! Сәтләүекте көндөң беренсе яртыһында ашау хәйерле. Саманы ла оноторға ярамай. Көндәлек норма – 10 дана сәтләүек.
Фото: интернет
Читайте нас: