Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
12 Май 2020, 16:25

“Еләк яланы” пирогы

Дуҫтар, туңдырғыстарығыҙҙа еләк-емештәр бармы әле? Әйҙәгеҙ әле бергәләп еләкле-ҡаймаклы тәмлекәс әҙерләйек.

Дуҫтар, туңдырғыстарығыҙҙа еләк-емештәр бармы әле? Әйҙәгеҙ әле бергәләп еләкле-ҡаймаклы тәмлекәс әҙерләйек.

Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа, ярты стакан шәкәр ҡомо, өй температураһында йомшартылған 100 грамм аҡ май, 1 стакан он, ярты сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс кәрәк. Был ингредиенттарҙы бергә бутап, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Уны табаға йәйегеҙ, ситтәрен формалаштырығыҙ һәм эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа алып ҡуйығыҙ.

Эслек өсөн: 500 грамм кибет ҡаймағы, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3 йомортҡа, 1 аш ҡалағы он йә иһә крахмал кәрәк. Барыһын бергә туғырға. Таба тәрән булмаһа, эслек өсөн ингредиентларҙың күләмен аҙыраҡ алһағыҙ ҙа була.

Хәҙер ҡамыр йәйелгән табаға үҙегеҙ теләгән еләктәрҙе һалығыҙ. Әйтәйек, ҡурай еләге, сейә, ҡарағат. Уларҙы туңдырғыстан алып, алдан эретеп ҡуйырға кәрәк. Еләк-емеш өҫтөнә ҡаймаҡлы эслекте ағыҙығыҙ.
Пирог 180 градусҡа ҡәҙәр йылытылған мейестә 30-40 минут бешә. Табынға бирер алдынан һыуытырға кәрәк.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: