Кәрәк буласаҡ: 200 гр эремсек, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 йомортҡа, 3 аш ҡалағы он, көнбағыш майы.
Йомортҡаны шәкәр менән туғығыҙ. Уға эремсек һәм он ҡушып бутағыҙ. Эремсек ҡабартмаһы әүәләгеҙ һәм уны ике яҡлап табала майҙа ҡыҙҙырығыҙ. Йогурт, ҡаймаҡ йәки ҡайнатма менән бергә өҫтәл табынына ултыртыла.