Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
7 Май 2020, 16:09

Лимон-әфлисун бәлеше

Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 0,5 стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы сөпрә, бер семтем тоҙ, 2-3 стакан он кәрәк буласаҡ.

Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 0,5 стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы сөпрә, бер семтем тоҙ, 2-3 стакан он кәрәк буласаҡ.
Эслеккә 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр ҡомо һалына.
1. Өй температураһында эретелгән маргаринға он ҡушып болғатабыҙ.
2. Йылымыс һөткә шәкәр ҡомо, сөпрә, тоҙ һалып бер аҙ (5 минут) тотабыҙ.
3. Ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр яһайбыҙ һәм 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
4. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ, пирогтың береһен аҫҡы өлөшө өсөн ҙурыраҡ итеп йәйәбеҙ.
5. Эслек әҙерләйбеҙ (уны ҡамыр йәйгәс кенә яһайбыҙ): лимон менән әфлисунды, емештәренән таҙартып, ит үткәргестән сығарабыҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп болғатабыҙ һәм 3 өлөшкә бүләбеҙ.
6. Пирогты, ҡат-ҡат итеп, ҡамыр менән эслекте сиратлаштырып яһайбыҙ. Пирог өҫтөнә 1-шәр аш ҡалағы шәкәр ҡомо, аҡ май, он болғатып һибергә була.
7. Уртаһында, һауа сығарыу өсөн бәләкәй генә тишек ҡалдырабыҙ.
8. Духовкала 40 минут самаһы бешерәбеҙ (бәлеш тыҡҡас ҡына духовканы ҡабыҙырға).
Фото: интернет
Читайте нас: