Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
6 Май 2020, 22:17

Оҙаҡ асыҡмайым тиһәң...

Финиктың дауалау үҙенсәлеге - һаулыҡты нығытыусы һәм ғүмерҙе оҙайтыусы үҙенсәлеге тураһында бик борондан билдәле. Оҙаҡ йәшәүселәрҙең күбеһенең туҡланыу рационында ошо ғәжәп емеш ҙур урынды алып торғанлығы тураһында ла күп яҙылды.

Һәр хәлдә ул бик файҙалы емеш, диетологтар ҙа татлы-шәрбәтле яратыусыларға финик ҡулланырға тәҡдим итә.
Ҡанда шәкәр кимәле түбән төшһә, кеше ныҡ асығыу тойғоһо кисерә, ә уны бер нисә финик ашап та баҫып була икән. Ураҙа мәлендә финик менән ауыҙ асҡанда асығыу тиҙ баҫыла һәм аҙағынан кеше артығын ашай алмай, тимәк, рухи һәм физик һаулыҡҡа зыян һалынмай.
Финикта бүтән емештә булмаған 23 төрлө аминокислота бар. Иң алмаштырғыһыҙы - триптофан, ул бигерәк тә мейенең яҡшы эшмәкәрлеге өсөн мөһим, шулай уҡ психик хәл-торошто нормала тота, бигерәк тә ололарҙыҡын. Триптофан тиҙ бирешеүҙән һаҡлай: етерлек ашағанда, ул күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын да туҡтата ала. Шул уҡ аминокислота тынысландырыу һәм тәрән йоҡлатыу һәләтенә эйә.

Фото: yandex.ru
Аклима Гизатуллина
Читайте нас: