Тортты әҙерләүҙә бер ҡыйынлыҡ та юҡ. Бының өсөн 400 гр печенье, бер һауыт ҡуйыртылған һөт, 200 гр һары май, самалап шоколад, сәтләүек кәрәк буласаҡ.
Башта печеньены ҡул менән онтайбыҙ, быны миксерҙа башҡарһаң да була. Аҡ май менән ҡуйыртылған һөттө бергә ныҡ ҡына бутайбыҙ. Артабан уны печенье онтағына ҡушабыҙ. Барыһын да бергә тағы ла бутағандан һуң әҙер массаны тәрилкәгә ҡырмыҫҡа иләүе кеүек өйөп һалабыҙ. Өҫтөн мәк, сәтләүек онтағы, башҡа биҙәүестәр менән биҙәһәгеҙ ҙә була. Әйтергә кәрәк, массаны төрлө еләк-емеш ҡушып эшләһәң, телде йоторлоҡ килеп сыға.