Финики – баҡыр, тимер, магний, цинк, марганец, калий, кальций, фосфор, көкөрт, бор сығанағы. Уны даими ашап, ҡанда шәкәр күләмен яйға көйләп була. Пектинға бай финики яман шеште, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын киҫәтергә булышлыҡ итә, Финики ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик файҙалы.