Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
29 Апрель 2020, 17:25

Ҡарабойҙай бәлеше

Карантин ваҡытында өйҙә торғанда, еңелсә аштар бешереп, яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ. Был осраҡта файҙалы һәм тәмле ҡарабойҙай бәлеше бешереп ҡарағыҙ.

Карантин ваҡытында өйҙә торғанда, еңелсә аштар бешереп, яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ. Был осраҡта файҙалы һәм тәмле ҡарабойҙай бәлеше бешереп ҡарағыҙ.
Ҡарабойҙай ярмаһынан бәлеште итһеҙ ҙә бешерәләр. Ит урынына күп итеп һуған менән май һалалар, уны ла гөбәҙиә шикелле үк бейек итеп яһайҙар.
Бының өсөн ҡарабойҙай ярмаһын таҙартып, йыуып, ҡайнар табала бер аҙ ҡыҙҙыралар, аҙаҡ ҡайнап торған тоҙло һөткә һалып бүрттерәләр, иләктә һарҡыталар, һыуынғас, бәлеш яһайҙар.
Бәлеш эсенә күп итеп май, һуған һалалар һәм тоҙ, борос һибеп болғаталар. Һуғанды майҙа ҡыҙҙырып алһаң да була.
Ҡарабойҙай бәлешенең ҡамыры әскелтем була, баҫҡанда бер аҙ шәкәр ҡомо өҫтәргә онотмағыҙ.
Табынға табаһы мелән ҡайнар килеш сығаралар.
1 бәлешкә: сөсө ҡамыр, 1 килограмм ҡарабойҙай ярмаһы, 200-300 граммм һары май, 300 грамм һуған, бер аҙ тоҙ, борос кәрәк.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: