Смаҡай ауылынан әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәүзиә Нурый ҡыҙының аш-һыуҙы телде йоторлоҡ итеп әҙерләүе тураһында таныштары араһында белмәгән кеше юҡтыр. Нимәгә тотонһа ла уңа, күңел һалып башҡарғанға, эшкә “бисмилла” тип тотонғанға күрә шулайҙыр был. Ул бешергән бауырһаҡ, бишбармаҡ кеүек милли ризыҡтар, торттарҙың төрлөһө ғаилә табынын ғына йәмләп ҡалмай, ихлас, киң күңелле яҡташыбыҙ туғандарын, дуҫтарын да үҙе бешергән тәм-том менән һөйөндөрөп тора.
- Ҡатын-ҡыҙҙың бешеренеүгә оҫта булыуы бик тә кәрәк. Шул ваҡытта өйҙә ҡот, иреңдең, балаларыңдың тамағы туҡ, кәйефе көр була. Үҙең бешергән ризыҡҡа бер нәмә лә етмәй. Әле өйҙә ултырғанда был шөғөлгә тағы ла күберәк ваҡыт бүленә. “Һинең аштарың һәр ваҡыт тәмле!”, - тип тормош иптәшең маҡтап-маҡтап ашағанда, әлбиттә, күңел күтәрелеп китә, төрләндереп яңы ризыҡтар бешерге килеп тора, - ти ул.
Аш-һыу оҫтаһының бүлешер рецептары бик күп, артабан гәзиттә башҡа төрлөләрен дә бирә барырбыҙ. Был юлы Фәүзиә апай тиҙ генә әҙерләнә торған, ҡатмарлы булмаған ҡамыр аштарының бер нисәһен тәҡдим итте.
4 йомортҡа, 1 аш ҡалағы магазин ҡаймағы, ярты стакан шәкәр, тулыр тулмаҫ 1 сәй ҡалағы соданы бергә туғырға һәм 1 стакан он ҡушып ебәрергә. Яҡшылап бутағандан һуң, 10 минут тирәһе ваҡытҡа ултыртып торорға. Табаны майлағас, ҡаймаҡ ҡуйылығындағы был массаны шунда һалырға. Өҫтөнә 1 стакан тирәһе туңдырылған ҡарағат һибергә. Уртаса утта яҡынса 25-30 минут тирәһе бешә. Бешкән ваҡытта духовканың ҡапҡасын асып ҡарау кәңәш ителмәй. Ризыҡтың бешкәнмеюҡмы икәнлеген белмәүсе йәш хужабикәләргә кәңәш – һуңғараҡ нәҙек ағас таяҡса менән төртөп ҡарарға мөмкин, уға ҡамыр йәбешмәһә, тимәк - бешкән. Сәйгә витаминлы тәмлекәс килеп сыға.
1 стакан кефир, 1 йомортҡа, 1 йәки 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы тоҙ, сәй ҡалағы осонда ғына соданы ярты сәй ҡалағы һеркәлә (уксус) һүндереп һалабыҙ, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 стакан самаһы он ҡушып бөтәһен бергә бутайбыҙ ҙа 5-10 минутҡа ултыртып торабыҙ. Шунан табаны ҡыҙҙырып, бешерә лә башлайбыҙ.
1 йомортҡа, 1 стакан йылымыс һөт йәки һыу, ярты стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы дрожжи һәм самалап ҡына он ҡушып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ һәм 1 сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ. Күңелегеҙгә оҡшаған эслек һайларға була: алма, балан, ҡарағат, дөгө менән йөҙөм. Сәйҙәрегеҙ тәмле, өҫтәлдәрегеҙ мул булһын!