Табиптар вирустарға ҡаршы ярҙам итеүсе ризыҡтарҙың исемлеген тәҡдим иткән.
Табиптар эсәктәрҙең сәләмәт флораһын һаҡлауға һәм организмдың вирустарға һәм бактерияларға ҡаршы һаҡланыу механизмдарын активлаштырыуға ярҙам итәсәк ризыҡтарҙы атаған.
Табиптар кәңәше буйынса, организм өсөн пробиотик ризыҡ алыу бик мөһим. Был файҙалы матдәләр махсус препараттарҙа ғына түгел, ҡайһы бер ризыҡтарҙа ла бар.
Мәҫәлән, шәкәр һәм артыҡ өҫтәмәләр һалынмаған натураль йогурт файҙалы. Ризыҡтың яңы эшләнгән булыуы мөһим, ул сакта унда эсәктәрҙең нормаль эшләүе өсөн кәрәкле әскелтем һөт бактериялары күберәк була. Кефирҙа ла бик күп пробиотиктар булыуы билдәле.
Табиптар, шулай уҡ, рационға тоҙло кәбеҫтә керетергә кәңәш итә. Уларҙа эсәктәр өсөн кәрәкле клетчатка һәм иммунитет өсөн витаминдар күп. Өйҙә тоҙлаған ҡыярҙа ла пробиотиктарҙың күп булыуы асыҡланған. Кибеттә һатылыусы тоҙло ҡыярҙа иһә улар бөтөнләй юҡ икән.
Сырҙар араһында моцарелла, чеддер, гауда һәм пармезан сорттары пробиотиктарға бик бай.