Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
25 Апрель 2020, 21:30

Разрыхлителде (ҡамыр ҡабартҡыс) үҙебеҙ әҙерләйбеҙ

Күп кенә рецептарҙы асып ҡараһаң, унда разрыхлитель кәрәк тип яҙылған. Ә бит уны һәр кемдең өйөндә булған ингредиенттар менән еңел генә эшләп тә була.

Күп кенә рецептарҙы асып ҡараһаң, унда разрыхлитель кәрәк тип яҙылған. Ә бит уны һәр кемдең өйөндә булған ингредиенттар менән еңел генә эшләп тә була.
* 12 өлөш он (он урынына картуф крахмалын ҡушырға ла мөмкин).
* 5 өлөш аш содаһы
* 3 өлөш лимон кислотаһы
Шулай уҡ беҙгә ҡапҡаслы ҡоро банка ла кәрәк була.
Ҡоро банкаға ондо, соданы һәм лимон кислотаһын ҡушып ҡоро ағас ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Банканың ҡапҡасын ябып йәнә ныҡ ҡына сайҡатабыҙ. Быны беҙ бар ингредиенттар яҡшылап болғанһын өсөн эшләйбеҙ. Разрыхлителде яҡшылап ябылған банкала һаҡлайбыҙ.
Фото: интернет
Читайте нас: