Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
21 Апрель 2020, 22:38

Кәбеҫтә менән иттән бәлеш

Бының өсөн ҙур булмаған кәбеҫтәнең яртыһы, 350-400г. үткәрелгән һыйыр ите (фарш), тауыҡ ите лә бара, тоҙ, приправалар, укроп, петрушка, йәшел һуған, 1 стакан кефир, 1 стакан майонез, 3 йомортҡа, 1 сәй ҡалағы сода йәки 1 пакет (күперткес) разрыхлитель, 8 аш ҡалағы он, бәлештең өҫтөн һөртөр өсөн йомортҡа ағы кәрәк.

Әҙерләйбеҙ:
1. Кәбеҫтәне ваҡ итеп тураҡлайбыҙ,
2. Әҙ генә һыуға һалып, ҡайнатып сығарғас 1 минуттан һуң һыуын һарҡытабыҙ, кәбеҫтәне йомшартып алабыҙ шулай.
3. Петрушка, укроп, йәшел һуғанды уаҡ итеп тураҡлайбыҙ;
4. Фаршты көнбағыш майында ҡурып алабыҙ, тоҙ ҡушып. Фарш әҙер.
5. Кәбеҫтә менән фаршты ҡушып болғайбыҙ, петрушка-укроптарҙы, йәшел һуғанды ҡушып.
6. Берешәр стакан кефир менән майонезды һауытҡа ҡоябыҙ, 1 сәй ҡалағы сода һәм 3 йомортҡаны ҡушабыҙ.
7. Шунда 8 аш ҡалағы ондо иләйбеҙ, бөтәһен дә микесер йәки туғығыс мен туғыйбыҙ.
8. Табаны майлайбыҙ.
9. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ.
10. Кәбеҫтә менән фаршты һалабыҙ. Өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.
11. Шыйыҡ ҡамырҙы ипләп кенә тигеҙләйбеҙ ҙә, бешерергә ҡуябыҙ.
12. 25-30 минуттан бәлештең бешкәнен тикшереп ҡарайбыҙ (зубочистка, шпажка менән) Бешеп сыҡҡан бәлештең өҫтөнә йомортҡа ағын һөртәбеҙ.

Бына инде, йомшаҡ ҡына, тәмле генә бәлешебеҙ әҙер ҙә! Кинәнеп, рәхәтләнеп ашағыҙ!
Фото: интернет
Читайте нас: