Бының өсөн ҡамыр ошолай әҙерләнә: 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы майонез, 3-4 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк. Ҡамырҙы баҫҡандан һуң 20 минут тотабыҙ.
Эслек өсөн ваҡлап туралған ит, йәки фарш, һуған, бәрәңге, тоҙ һәм борос һалып болғатабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп майланған табаға һалғандан һуң уның өҫтөнә эслекте йәйәбеҙ. Бәлеште ябып, ҡамырҙы бөгәбеҙ.
Ҡыҙҙырылған духовкаға 1,5-2 сәғәткә ҡуябыҙ.