Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу
9 Апрель 2020, 14:58

Бәшмәктән салат

Еңел, тиҙ әҙерләнгән салат рецебын тәҡдим итәбеҙ. Был ризыҡ өсөн 120 грамм маринадланған бәшмәк, бер тоҙло ҡыяр, ике йомортҡа, 250 грамм ветчина, бер баш һуған, ике аш ҡалағы майонез, бер аш ҡалағы ҡаймаҡ кәрәк.

Һуғанды таҙартып, йыуып, киҫкеләп, өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡойоп, 5-7 минут тирәһе тотабыҙ. Шунан һыуын түгеп, салат һауытына һалабыҙ. Уға туралған ветчина, тоҙло ҡыяр, маринадланған бәшмәк өҫтәйбеҙ. Йомортҡаны бешереп, турап, салатҡа һалабыҙ. Майонез һәм ҡаймаҡ ҡушып, барыһын бергә болғатабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: интернет
Читайте нас: